14-се декабрҙә Башҡорт теле көнөн билдәләйәсәкбеҙ. Был матур байрам йыл һайын телебеҙҙе һаҡлау ,яҡлау һәм үҫтереү маҡсаты менән үткәрелә. Башҡорт теле көнө сиктәрендә бик күп күркәм саралар уҙасаҡ.
Телһөйәрҙәр менән осрашыуға республиканың төп китапханаһы — Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана хеҙмәткәрҙәре лә әҙерләнә. Үткәреләсәк саралар теҙмәһе хаҡында "Өфө уттары" тапшырыуы ҡунағы — Милли китапханың матубғат хеҙмәте етәксеһе Рәзилә Шәйхетдинова Салауатова бәйән итте.







