2024-се йыл аҙағына яҡынлаша. Ул Рәсәй Хөкүмәте тарафынан "Ғаилә йылы" тип иғлан ителгәйне. Республикабыҙҙа ең һыҙғанып ижад иткән талантлы һәм эшһөйәр ғаиләләрҙең береһе – Стәрлебаштан – Зөбәйәровтар ғаиләһе.
Студияла ҡунаҡта — әсәле-ҡыҙлы Әнисә һәм Ҡәҙриә булды. Улар менән йәнле һөйләшеү ҡорҙоҡ. Ҡәҙриә этностиль йүнәлешендә уңышлы атлай. Был өлкәлә сағыштырмаса яңыраҡ эшләһә лә, аҙымдары ышаныслы һәм ҡыйыу. Фотопроекттар авторы булараҡ идеяларын тормошҡа ашырып килә, яңы пландар менән яна. Эстрада өлкәһендә лә һынатмай. Репертуарында әленән-әле яңы йырҙар барлыҡҡа килеп тора.
Әнисә Зөбәйерова мәҙәниәт өлкәһендә 35 йылдан ашыу эшләй. Стәрлетамаҡ мәҙәни ағартыу училищеһын тамамлағандан һуң, Стәрлебаш районының Йәлембәт мәҙәниәт йортонда ололар һәм балалар ансамблдәрен етәкләй, төрлө саралар ойоштора, тормош иптәше, шулай уҡ һүҙгә, йырға маһир Хөрмәт Зөбәйеров менән бергә ижад итәләр, йырҙар яҙалар.
Студияла ойошторолған"Өфө уттары" тапшырыуының 17-се декабрь сығарылышын этника стилендә уңышлы эшләп килгән фоторәссам Йондоз Сибәғәтуллина менән модельер Елена Фьюжн да биҙәне. Тынғыһыҙ ижадсы һәм йырсы Ҡәҙриә Зөбәйерова менән берлектә эшләгән ҡыҙҙар үҙҙәренең этностилдә башҡарған эштәре тураһында һөйләне, һөнәрҙәренең үҙенсәлектәре һәм көслө яҡтарын билдәләп үтте, уҙып барған йылға йомғаҡ яһаны, киләсәккә пландары менән бүлеште.
Тапшырыуҙың яҙмаһын һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ. Алып барыусыһы – Айгөл Хисамова.







