2024 йыл Республика Хөкүмәте тарафынан "Һаулығы яғынан мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә ярҙам һәм уларға ярҙам йылы" тип иғлан ителгәйне. Ошо йәһәттән Башҡортостанда ниндәй эштәр башҡарылған?
"Өфө уттары" тапшырыуының 24-се декабрь сығарылышында беҙ ғәрип һәм сәләмәтлеге ҡаҡшаған балаларҙың һаулығын ҡайғыртыу тураһында һөйләштек. Был темаға ҡағылыр өсөн беҙ Башҡортостан Республикаһының "Дуҫлыҡ" балалар һәм шулай уҡ ата-әсәләре менән балаларҙы һауыҡтырыу дәүләт автономиялы ойошмаһының баш табибы Светлана Кәримованы, ошо уҡ ойошманың табип-неврологы Азамат Нурмиевты һәм Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау министрлығының "Республика клиник психиатрия дауаханаһынына" ҡараған "Менталь һаулыҡ үҙәге" булегенең клиник психологы Зәлиә Нәзир ҡыҙы Хамматованы саҡырҙыҡ.
2024 йылда "Дуҫлыҡ" балалар шифаханаһында ниндәй яңылыҡтар булып үтте? Кескәйҙәр һәм үҫмерҙәрҙе һауыҡтырыу йүнәлешендә ниндәй етди үҙгәрештәр һиҙелә? Өсөнсө йыл рәттән эшләп килгән “Менталь һаулыҡ үҙәге” менән берлектә эш алып барған шифаханала күпме бала дауаланып сыҡҡан? Медицина процедуралары ни тиклем һөҙөмтә бирә? Ошо һәм йәмғиәт өсөн бик сетерекле мәсьәлә – интеллектуаль яҡтан етешһеҙлектәре булған балалар ауырыуҙары, уларҙы дауалауға ҡағылышлы һорауҙарға яуаптар алынды. Тапшырыуҙың яҙмаһын һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ.