Проект:

Өфө уттары

Өфө уттары - 22.01.2025 Мәктәптәрҙә туҡланыу сифаты яҡшыра

"Өфө уттары" тапшырыуы көн һайын, дүшәмбенән йомаға тиклем, 20 сәғәт 10 минутта эфирға сыға.
  • Өфө уттары - 22.01.2025 Мәктәптәрҙә туҡланыу сифаты яҡшыра

Мәктәп туҡланыуын тейешле кимәлдә ойоштороу, уны сифатлыраҡ итеү, мөмкин тиклем күберәк уҡыусыларҙы йылы аш менән тәьмин итеү мәсьәләләре һуңғы йылдарҙа айырыуса көнүҙәккә әйләнгәйне.

Республика Башлығы Радий Хәбиров та мәктәптә туҡланыу, уның сифатын яҡшыртыу мәсьәләһенә айырыуса етди иғтибар бүлеп килә. Республика башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә был юҫыҡтағы булған етешһеҙлектәрҙе еңеп сыға алдыҡ, тип яҙҙы.

Бөгөн беҙ республика мәктәптәрендә ойошторолған туҡланыу тураһында һөйләшәбеҙ. Студиябыҙ ҡунаҡтары — Башҡортостандың Мәғариф һәм Фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева һәм Өфө ҡалаһының Мөхәмәт Исҡужин исемендәге 136-сы Башҡорт лицейы директоры

Шәмсулла Хәбибрахманов.