25- се ғинуарҙа Өфөнәң "Тинькофф-Хол" залында Р.Ғарипов исемендәге 1-се Республика гимназия-интернатын тамамлаусылар осраша. Сара программаһында ҙур концерт та бар.
"Өфө" уттары тапшырыуында билдәле белем усағында төрлө йылдарҙа уҡыған - «Йәшлек» гәзитенең баш мөхәррире Артур Дәүләтбәков, музыкант һәм диджей Булат Сарбаев һәм йырсы Илнар Ғәниев ҡатнашты.







