Уны бар таныш булмағанлыҡ ҡыҙыҡһындыра. Үҙенең йәшерен яҡтары, билдәһеҙлеге, серле булыуы менән әйҙәй һәм тарта. Яҙыусы һәм ул һайлаған әҙәби йүнәлеш. Темаң, билдәләнгән геройҙар, уларҙың көнитмеше, персонаждар тирәләй барған хәл-ваҡиғалар эсендә ҡайнап йәшәү, — әкиәттәге кеүек ҡыҙыҡ та, мөғжизәле лә. Шул уҡ ваҡытта ҙур оҫталыҡ, талант, яуаплылыҡ талап иткән олуғ хеҙмәт. Күренекле башҡорт прозаигы, балалар өсөн ижад итеүсе, фантаст Фәрзәнә Аҡбулатоваға 65 йәш. Яҙыусы ижад тигән юғарылыҡты Аһәң итеп ҡабул итеп, бик профессиональ кимәлдә эшләй. Уның китаптарын белмәгән, ижады менән таныш булмаған уҡыусы һирәктер. "Атай икмәге", "Зәңгәр ҡаялар", "Уның исеме – Мөхәббәт", "Иң тәмле китап" һәм башҡа йыйынтыҡтары тәңҡитселәр һәм ҡәләмдәштәре, уҡыусылар тарафынан юғары баһаланған.
Билдәле яҙыусы журналистика өлкәһендә лә оҙаҡ йылдар хеҙмәт итә. Тәүҙә "Башҡортостан" гәзитендә, һуңынан Башҡортостан радиоһында эшләй, әле "Ашҡаҙар" радиоһында тапшырыуҙар әҙерләп алып бара.
Күренекле әҙибә, үткер ҡәләмле яҙыусы, оҫта журналист, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры, Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты Фәрзәнә Аҡбулатова үҙе тураһында "Минең күңелемдә һаман бала йәшәй", ти. Шуғалыр ҙа, уның балалар өсөн хикәйәләре лә, фантастик повестары һәм романдары ла бала күңеленә лә, ололарға ла яҡын һәм йөрәктәренә үтеп инә. Әлеге ваҡытта ла Фәрзәнә Фәтих ҡыҙы эш өҫтөндә. Яңы ижад емеше лә бығаса яҙылғандары кеүек уңышлы һәм әлбиттә, тасуири һәм мауыҡтырғыс булып уҡылыр, тигән ышаныста, яҙыусыға эшендә тик яңынан-яңы үрҙәр яулауын теләйбеҙ һәм һеҙҙең иғтибарға уның менән 4 февраль кисе үткән әңгәмәне тәҡдим итәбеҙ.







