Әҙәм балаһы өсөн 55 йәш – алтын урталыҡ. Билдәле шағирә, йәмәғәт эшмәкәре, талантлы ижадсы Зөлфиә Ханнанова өсөн 55 йәш – ғүмеренең алтын уртаһы ғына түгел, күңеленең тулышҡан, аң-зиһене менән ҡабул ителән, тормошоноң ысын мәғәнәһен күргән мәле.
Башҡорт шағирәһе, Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы һәм Рәмзилә Хисаметдинова исемендәге әҙәбиәт премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәйҙең, Башҡортостандың, Белоруссияның Яҙыусылар союздары ағзаһы Зөлфиә Ханнанова ололар өсөн дә, балаларға ла тәғәйенләп ижад итә. Тәү, шағирәнең айырым баҫма булып сыҡҡан "Сәғәт менән һөйләшәм"тигән китабы ла кескәй дуҫтарыбыҙ өсөн яҙылған. Үҙенең ижад башланғысын да ул тап балалар ижады, тип иҫәпләй.
Шулай ҙа ижадсы булараҡ нығыныуы Зөлфиә Миңдибай ҡыҙы Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында уҡыған осоронда "Шоңҡар" әҙәби түңәрәге менән бәйле. Тап ошо ваҡытта ул яҙыусылыҡ серҙәре менән таныша, алдына билдәләгән маҡсаттарға ирешеү кеүек мәсьәләләр ҡуя. Зөлфиә Ханнанованың шиғриәтендә гражданлыҡ темаһы өҫтөнлөк итә. Рухлы ғүмер, патриотлылыҡ кеүек күренештәр уның шиғырҙарында бик сағыу сағылыш ала. Тағы ла башҡорттоң йәмәғәтселек тормошо менән ҡайнап йәшәй, ҡәләмдәштәре менән фекер алышыу, тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында эш сәфәрҙәрен башҡара. Шул уҡ ваҡытта "Ватандаш" республика журналында хеҙмәт һала һәм Ислам дине, уның тәғлимәттәре, иман темаһына арнап сығарылған "Әс-Сәләм" дини баҫма менән дә идара итә.
Яҙыусы, республикабыҙҙың аҫыл ҡатын-ҡыҙҙарының береһе булған яҡты һәм нурлы күңелле Зөлфиә Ханнанова менән "Өфө уттары" тапшырыуында, 11-се февраль кисендә осраштыҡ.