Проект:

Өфө уттары

Өфө уттары - 18.02.2025 Башкортстандың атҡаҙанған артисы Артур Кәбиров

"Өфө уттары" тапшырыуы көн һайын, дүшәмбенән йомаға тиклем, 20 сәғәт 10 минутта эфирға сыға.
  • Өфө уттары - 18.02.2025 Башкортстандың атҡаҙанған артисы Артур Кәбиров
"Театр әйбер элгесенән башлана", – тигән әйтем бар. Ә һуң театрға һөйөү, йырға мөхәббәт ҡайҙан килә?
Драма актеры, музыкант, йырҙар авторы, автор-башҡарыусы, Мәҗит Ғафури исемендәге Башкорт дәүләт академия драма театры артисы, Салават Юлаев һәм Шәйехзадә Бабич исемендәге премиялар лауреаты, Башҡортстандың атҡаҙанған артисы Артур Кәбиров өсөн театр нимә?
Был сихри һүҙ ниндәй тормош һәм ижади мәғәнәгә эйә? Йыр, ижад тигән төшөнсәләр уның өсөн ни тиклем әһәмиәтле, юғары? Башҡорт киноһында төшөү эшләү уға ниндәй тәжрибә өҫтәне? Профессиональ театр һәм кино актеры, тынғыһыҙ ижадсы, күп балалы атай ғаиләһенә ваҡыт табамы? Ижади асыштар, тормош, аһәң, театр, кино, йыр һәм музыка тураһында Артур Кәбиров менән әңгәмә — "Өфө уттары" тапшырыуының 18-се февраль сығарылышында.