Проект:

Өфө уттары

Өфө уттары - 21.02.2025 Айгөл Юламанованың тормош асылы

"Өфө уттары" тапшырыуы көн һайын, дүшәмбенән йомаға тиклем, 20 сәғәт 10 минутта эфирға сыға.
  • Өфө уттары - 21.02.2025 Айгөл Юламанованың тормош асылы
Ҡасан да булһа әҙәм балаһы был донъяға ни өсөн, Аллаһы тәғәләнең ниндәй маҡсаты менән тыуыуы тураһында уйлана башлай. Кемгәлер ер йөҙөндә ҡәҙимге тормош алып барып йәшәргә ҡалһа, ҡайһы берәүҙәргә донъяның асылына төшөнөп, уның ысын мәғәнәһен аңлап, башҡаларға ярҙам итеүҙән ғибәрәт.
Айгөл Юламанова ергә килгәс, күпмелер ваҡыт ябай ҡыҙ бала булып көн итһә лә, бик иртә үҙенең тәү тәғәйенлешен белеп ҡала. Шиғырға, йырға һәләтен дә ул бәләкәйҙән аса. Артабан күңеленә ингән шиғри юлдарҙы йырға һалып, ижадташ дуҫтары менән видеоклиптар төшөрә, тыңлаусыларҙы әсир итә.
Һәр балаһын Алланан һорап ала ул. Ике ҡыҙы, бер улы – Айгөлдөң йәшәү сығанағы, илһам нуры, тормош мәғәнәһе. Ижад итеү, балалар үҫтереү менән йәнәшә уның тағы бер таланты – кешеләрҙе дауалау һәләте бар. "Ошо һәләтем өсөн юғары көстәгә рәхмәттәр уҡыйым",– ти Айгөл Юламанова, — артабан тағы тәғәйенлешемде тәрәнәйтергә, башҡаларға ярҙамым тейерлек итеп өйрәнергә бурыслымын“.
Тормошҡа үҙ ҡарашы булған, үҙенсәлекле, стилле, заманса һәм бик нескә күңелле башҡарыусы, йырҙар авторы, күп балалы әсә, тормош асылын өйрәнеүсе Айгөл Юламанова менән әңгәмәне һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ.