Республикабыҙҙың данлыҡлы Фәйзи Ғәскәров исемендәге Башҡорт дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле өсөн йыл бик ҡыуаныслы хәбәрҙәр менән башланды. Марттың 11-се кисендә легендар коллектив Кремль сәхнәһендә тулы концерт менән сығыш яһай.
Мәскәү тамашасыһы Башҡортостан бейеүселәренең юғары профессионалек менән ҡуйылған башҡорт, рус, татар, сыуаш һәм башҡа, шулай уҡ Еребеҙҙең төрлө халыҡтарының милли бейеү номерҙарын һоҡланып ҡабул итһен өсөн бар коллектив тура һәм күсмә мәғәнәлә көс һәм тир түгә.
Ике өлөштән торасаҡ сағыу тамашаға әҙерлек нисек барыуы хаҡында "Өфө уттары" тапшырыуының 25-се февраль эфирында ансамблдең директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Нәзир Баййегетов һәм талантлы бейеүсе, ансамблдең йондоҙо, Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Рәзилә Билалова һөйләне.