9-сы мартта бөтә донъяла Халыҡ-ара ди-джей көнө билдәләнә. Был дата беҙҙә ул тиклем таралмаһа ла, ди-джейҙарҙың эшмәкәрлеге һәм уларҙың ижад даирәһе йылдан-йыл киңәйә барыуы күптәргә билдәле. Элек ди-джей эше дискотека-концерттарҙа йыр яңғыратып, халыҡты бейетеү менән ғибәрәт булһа, хәҙерге заманда иһә уларҙың йүнәлештәре төрлөләнде. Радио-, музыкант, — продюсер, композитор, сәхнә һәм классик диск-жоккейҙарҙан айырмалы рәүештә ди-джей Хан иһә быларҙың барыһын да үҙендә берләштереү генә түгел, йырҙар ижад итеүсе лә, башҡарыусы ла, музыкаль проекттар булдырыусы ла, яңы таланттар асыусы продюсер ҙа. Булат Сарбаев сағыу һәм үҙенсәлекле башҡарыусыларҙың ижадын профессиональ кимәлгә күтәреү, башҡорт электрон музыкаһын донъя кимәленә сығарыу маҡсаты менән яна. “Был – минең тәү тормош һәм ижади маҡсатым”, — ти ул. Хәйер, ди-джей эшмәкәрлеге – ул күңел торошо, хеҙмәт һәм һөнәр генә түгел, ә тормош булмышы ла! Ошоларҙың барыһы тураһында беҙ “Өфө уттары” тапшырыуының 11-се март сығарылышында әңгәмә ҡорҙоҡ һәм эфирҙың яҙмаһын һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ.
Өфө уттары - 11.03.2025 Ди-джей һөнәре үҙенсәлектәре
"Өфө уттары" тапшырыуы көн һайын, дүшәмбенән йомаға тиклем, 20 сәғәт 10 минутта эфирға сыға.