12-се мартта эфирға сыҡҡан "Өфө уттары" тапшырыуының ҡунағы Башҡортостандың халыҡ артисы, режиссер Илнур Лоҡманов булды. Ижадсы тамашасыларын үҙенең "Күктә ике йондоҙом балҡығанда" тип исемләнгән моноспектакленә саҡыра. Тамаша 14-се мартта, М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры сәхнәһендә ҡуйыласаҡ.