Проект:

Өфө уттары

Өфө уттары - 18.03.2025 Башҡалала балет сәнғәте фестивале асылды

"Өфө уттары" тапшырыуы көн һайын, дүшәмбенән йомаға тиклем, 20 сәғәт 10 минутта эфирға сыға.
  • Өфө уттары - 18.03.2025 Башҡалала балет сәнғәте фестивале асылды
2025 йылдың 17-се — 27-се март көндәрендә Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфө юғары сәнғәт әһелдәре һәм балет яратыусылар өсөн "Мәккә" урынына әйләнде. Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театрында данлыҡлы яҡташыбыҙ, һоҡланғыс талант эйәһе Рудольф Нуриев исемен алған 25-се балет сәнғәте фестивале үҙ ишектәрен асты. Күркәм сәхнәлә Рәсәйҙең иң билдәле артистары һәм сағыу балет йондоҙҙары сығыш яһай. 17-се март кисе башҡорт балетының лагендар "Сыңрау торна" спектакле менән башланды. Юғары сәнғәт һөйөүселәр төп ролдәрҙә Мариин театрынан прима-балерина Рената Шакирова һәм Йомағол ролендә үҙебеҙҙең талантлы бейеүсе Рөстәм Исхаҡовтың башҡарыуын һоҡланып күҙәтте.
Фестивальдең башҡа көндәрендәге спектакльдәре, уларҙа илдең ниндәй артистарҙың ҡатнашыуы, сара барышында тағы ниндәй мәҙәни сюрприздар көтөләсәге тураһында ла әңгәмә ҡоролдо. 18-се мартта "Рәсәй-Башҡортостан" радиоһында уҙғарылған "Өфө уттары" тапшырыуында ҡунаҡта Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театрының матбуғат хеҙмәткәре Гөлназ Насырова булды.