Проект:

Өфө уттары

Өфө уттары - 19.03.2025 "Араларҙа - йылдар". Сибайҙа үҙенсәлекле тамаша уҙасаҡ

"Өфө уттары" тапшырыуы көн һайын, дүшәмбенән йомаға тиклем, 20 сәғәт 10 минутта эфирға сыға.
  • Өфө уттары - 19.03.2025 "Араларҙа - йылдар". Сибайҙа үҙенсәлекле тамаша уҙасаҡ

28-се мартта Сибай концерт-театр берекмәһе "Араларҙа – йылдар..." исемле моңло, сағыу концерт уҙғарасаҡ. Тамашала филармонияның тәүге ҡарлуғастары Азамат Тимеров, Лилиә Ишемйәрова, Фәрүәз Урманшин, Раян Алтыншин, Урал Мортазин, Нәсимә Ғиззәтуллина, Йәмилә Бикбаева, "Сибай" халыҡ бейеүҙәре ансамбле һәм башҡа башҡорт эстрадаһында танылыу яулаған артистар Сибайҙа үткән йәшлек эҙҙәрен барлай.

Сара хаҡында бөгөн беҙ уның режиссеры менән һөйләшәбеҙ. "Өфө уттары" тапшырыуында ҡунаҡта — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы художество етәксеһе Сулпан Асҡарова.