Ди-джей, МС һәм йырсы ҡыҙҙан торған музыкаль проект ошо йылдар эсендә нимәгә өлгәшкән? Башҡорт клуб музыкаһы ғынамы – уларҙың төп йүнәлеше? Тормош һәм ижад маҡсатын “Дарман” проектының етәксеһе ди-джей Хан-Булат Сарбаев – башҡорт клуб музыкаһы һәм милли йыр-моң синтезын – халыҡ-ара ғына түгел, донъя кимәленә күтәреп, Башҡортостан мәҙәниәтен яңы дәрәжәгә сығарыуҙы алған.
"ДарМан" музыкаль проектының юбилей кисәһенә егеттәр бик оҙаҡ әҙерләнгән. Өр-яңы йырҙар һәм видеоклиптар сығарыуҙан тыш, башҡорт эстрадаһының билдәле йырсыларына каверҙар, ремикстар эшләгән. Вилдан Яруллин, Гөлсөм Бикбулатова, Нәркәс Сиражетдинова, Венер Камалов һәм башҡа сағыу башҡарыусылар “ДарМан”дарҙың 15 йыллыҡ юбилей концертында ҡатнашып, матур биҙәк өҫтәйәсәк.
Шулай уҡ “ДарМан” проекты нигеҙендә өр-яңы төркөмдәр барлыҡҡа килгән. "Тәм-том" балалар һәм "БАТР" исемле егеттәр проекттары ла, бәлки, киләсәктә, шулай уҡ йондоҙ булып, Башҡортостан сәхнәһе күген яҡтыртыр. Тағы ла планда — тик ҡыҙҙарҙан торған төркөм ойоштороу. Быларҙың барыһы тураһында һәм башҡа төрлө ижад менән бәйле темаларға йәнле әңгәмә булды. "Өфө уттары" тапшырыуында концертҡа саҡырыу билеттары ла уйнатылды. Шылтыратыусылар тапшырыуҙа әүҙем ҡатнашып, ҡунаҡтарға һорауҙарын яуҙырҙы, ижады менән ҡыҙыҡһынды.