26-сы мартта эфирға сыҡҡан "Өфө уттары" тапшырыуында һүҙ балаларҙа тормошҡа ыңғай ҡараш тәрбиләү тураһында булды. Үҫмерҙәр менән нисек уртаҡ тел табырға? Уларҙың башҡа кешеләр менән мөнәсәбәттәр ҡороу, уңышҡа өлгәшеү һәм маҡсатҡа ынтылыусан булып формалашыуына дөрөҫ йүнәлеш биреү тураһында әңгәмә ҡоролдо.
Студия ҡунағы — тәжрибәле педагог-психолог Юлиана Низамова.