Проект:

Өфө уттары

Өфө уттары - 01.04.2025 Көлә-көлә Мар.Сәлим килде!

"Өфө уттары" тапшырыуы көн һайын, дүшәмбенән йомаға тиклем, 20 сәғәт 10 минутта эфирға сыға.
  • Өфө уттары - 01.04.2025 Көлә-көлә Мар.Сәлим килде!
Марсель Сәлимов, ҡыҫҡаһы – Мар.Сәлим, — яҙыусы-сатирик, шағир, публицист, йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Рәсәйҙең һәм Башкортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Дуҫлыҡ ордены кавалеры, ”Рәсәйҙең алтын ҡәләме”, “Һүҙ ҡеүәһе оҫтаһы”, “Тыныслыҡ илсеһе” һәм башҡа һәм башҡа бик күп исемдәр һәм ордендарға лайыҡ булыусы үтә лә шат күңелле, ысын мәғәнәһендә юморға бай кеше ул. Ә беҙҙең өсөн, — халыҡ һәм уның ижадын уҡып яратыусылар өсөн Марсель Сәлимов – Башҡортостандың иң төп сатиригы. Кемдер уны урамда танып туҡтатып – “Һеҙ беҙҙең башҡорт сатираһының атаһы”, — тип кәйефен күтәргән. Дөрөҫө шулдыр! Улай булмаһа, Марсель Сәлимов 30 йыл буйына Советтар Союзының, ә артабан Рәсәйҙең иң алдынғы юмористик баҫмаларҙың һанына инер инеме икән?
“Һәнәк” – “Вилы” – исеме генә ни тора! Сәнскеле сатира, отҡор юмор, дуҫтарса шарж, билдән төшмәй “интеллигентса” шаяртыу – тулы бер дәүерҙе тәшкил иткән журналдың баш мөхәррире булыу юҡҡа ла, еңелдән дә булмағандыр.
Тарих – тарих менән, (ә шулай ҙа уны бит яңынан яҙҙырып булмай), ә Мар.Сәлимдең сатираһы йәшәй һәм бәлки, шулай әйтеүе урынлы икән, — сәскә ата. Ике томлыҡ өр-яңы китабы юмор яратыусы уҡыусылар өсөн айырыуса ҙур бүләккә тиң. Ә инде тапшырыу барышында уның менән сатира һәм юмор ғына түгел, тормош темаларына ла һөйләшеү – үҙе бер ҡәнәғәтлек һәм кәйеф күтәренкелеге булды. 1-се апрелдә үткән тапшырыуҙың яҙмаһын һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ.