Проект:

Өфө уттары

Өфө уттары - 22.04.2025 Эшһөйәр һәм талантлы башҡорт йәштәре

"Өфө уттары" тапшырыуы көн һайын, дүшәмбенән йомаға тиклем, 20 сәғәт 10 минутта эфирға сыға.
  • Өфө  уттары - 22.04.2025  Эшһөйәр һәм талантлы башҡорт йәштәре
Был донъяның бөтә гүзәллеге уға бағып ҡараған күҙҙәрҙә сағыла, тиҙәр. Тирә-яҡтың, тәбиғәттең, кешеләрҙең тышҡы һәм рухи матурлығын тик үҙе күңеле менән матур булған әҙәм балаһы күрә белә. Ҡар аша ҡояшҡа ынтылып үҫкән умырзая сәскә шикелле тырышып, донъяны рәссам кеүек сағыу һәм төҫлө буяуҙарға буярға теләп йәшәгән һәм эшләгән талантлы, эшһөйәр һәм маҡсатлы дизайнер, банк хеҙмәткәре, оҫта хужабикә һәм бынамын тигән һөйкөмлө һәм матур кеше — Айгөл Сәғәҙиева.
Бөрйән һылыуы "Өфө уттары" тапшырыуының 22-се апрель сығарылышы геройы булды. Уның бәләкәй саҡтан уҡ үтә лә маҡсатҡа ынтылыусан, тырышлығы һәм эстетик матурлыҡҡа ынтылыуы арҡаһында кейем өлгөләре уйлап табырға, дизайнерлыҡ йүнәлешендә эшләргә теләге барлыҡҡа килгәндер. Әле ул декрет ялында булһа ла, банк хеҙмәткәре эшен дә ташламай, теләүселәрҙе финанс грамоталыҡҡа өйрәтә, үҙенең онлайн-кибетен асып, һатыуҙар ойоштора, төрлө мәҙәни сараларҙа, проекттарҙа ҡатнаша һәм әлбиттә, ике ғәзиз балаһын дөрөҫ тәрбиәләргә тырыша.
Талантлы йәштәр – йәмғиәттең киләсәге. Ысынында, шулай. Әгәр башҡорт йәмғиәтендә тырыш, ныҡышмалы, эшһөйәр йәштәр күберәк икән, тимәк – етәсәк яңы көнөбөҙ яҡты, нигеҙебеҙ ныҡлы, рухыбыҙ көслө буласаҡ. Шундай һәләтле, егәрле, маҡсатҡа ынтылыусан йәштәрҙең береһе – Айгөл Сәғәҙиева менән әңгәмәне һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ.