Проект:

Өфө уттары

Өфө уттары - 20.05.2025 Быйыл "Китап-Байрам" нисек үтәсәк?

"Өфө уттары" тапшырыуы көн һайын, дүшәмбенән йомаға тиклем, 20 сәғәт 10 минутта эфирға сыға.
  • Өфө уттары - 20.05.2025 Быйыл "Китап-Байрам" нисек үтәсәк?
"Китап уҡығандың күңеле аҡ булыр". "Китап – белем шишмәһе", — тигән әйтемдәр бар халыҡта. Ысын мәғәнәһендә, уҡырға яратҡан, һүҙ тигән ҡәҙерле төшөнсәнең ҡиммәтен белгән әҙәм өсөн китап – ул белем сығанағы ғына түгел, тәрән мәғәнәгә эйә булған байлыҡ, хазина. Һәм был дәүләт кимәлендә танылып, Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә инде өсөнсө йыл рәттән үткәрелеп килә. Ул республикабыҙ етәксеһе Радий Хәбиров инициативаһы менән уҙғарыла башланы һәм тәүге тантананан уҡ халыҡ-ара кимәлгә сығыуы, тәрән мәғәнәгә һәм әһәмиәткә эйә булыуы тураһында белдерҙе. Былтырғы "Китап-Байрамы"нан һандарҙы алғанда ғына, баш ҡаланың Совет майҙанына, сара үткән урынға килеүселәрҙең һаны 170 меңдән ашып китә. Һатылған китаптарҙың даны иһә 73 мең. "Иң китап уҡыусы төбәк" исемле Бөтә Рәсәй конкурсында беҙҙең Башҡортостан “Рәсәйҙең әҙәби флагманы” тигән исемгә лайыҡ булған.
Быйыл үтәсәк "Китап-Байрамында" Зәйнәб Биишева исемендәге Китап нәшриәте әлбиттә, элеккеләй, ҙур ҡатнашлыҡ күрһәтәсәк. Ошо хаҡта 20 май кисендә "Өфө уттары" тапшырыуында нәшриәттең баш мөхәррире Зөлфиә Ҡарабаева һәм нәфис әҙәбиәт бүлеге мөдире Әльвира Яҡупова һөйләне. Әңгәмә яҙмаһын һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ.