Проект:

Өфө уттары

Өфө уттары - 28.05.2025 Йәй хәүефһеҙ булһын!

"Өфө уттары" тапшырыуы көн һайын, дүшәмбенән йомаға тиклем, 20 сәғәт 10 минутта эфирға сыға.
  • Өфө уттары - 28.05.2025 Йәй хәүефһеҙ булһын!

Республикала һыу инеү миҙгеле 1-се июндән рәсми асыла. Башҡортостанда барлығы 200 ләп һыу инеү урыны буласаҡ. Өфө ҡалаһына килгәндә, быйыл башҡалала 11 пляж эшләйәсәк, тип көтөлә.

Һыу инеү миҙгеленә әҙерлек һәм хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре хаҡында "Өфө уттары" тапшырыуы ҡунағы – Рәсәй Ғәҙәттән тыш халдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәткәре Ленария Ямалетдинова менән әңгәмә ҡорҙоҡ.