"Аҡ халатлы аҡ күңел", тиҙәр уларҙы. Эстән таҙа, саф булған әҙәм генә башҡа кешегә ярҙам һәм күңел тыныслығы килтерә алалыр. Был һүҙҙәр, ысын мәғәнәһендә 12-се майҙа һөнәри байрамдарын билдәләгән юғары категориялы шәфҡәт туташтары Раузалия Рысаева һәм Гөлсинә Кинйәбаева ҡағыла. Уларҙы беҙ тап ошо көндө "Рәсәй-Башҡортостан" радиоһы студияһында сәләмләнек. Өфөнөң 2-се дауаханаһы ҡаҙна поликлиникаһынында эшләүсе изге һәм саф күңелле лә, тырыш һәм эшһөйәр, күҙгә ташланып бармаған, әммә бик мөһим һәм оло хеҙмәт башҡарған медицина туташтарының ҡәҙимге хеҙмәте, эш мәшәҡәттәре, яратҡан һөнәрҙәренең нескәлектәре тураһында һөйләне. Тапшырыуҙың яҙмаһын һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ.
Өфө уттары - 12.05.2025 Шәфҡәтлелек - уларҙың булмышы
"Өфө уттары" тапшырыуы көн һайын, дүшәмбенән йомаға тиклем, 20 сәғәт 10 минутта эфирға сыға.