Мобиль банк иҫәбеңдән аҡса күсерҙеңме... кемгә, ни өсөн, ҡайҙан алдың? Барыһы өсөн дә яуап тоторға тура киләсәк. Юғиһә, 13 процент һалым түлә. Интернет биттәрендә 1 июлдән Һалым Кодексына индерелгән үҙгәрештәр тураһында ошондай шөрләткес хәбәрҙәр тарала башланы. “Йүкә телефоны” аша уны арттырып һүҙ ҡуйыртыусылар хатта “дәүләт ҡаҙнаһын халыҡты талап тултырырға теләйҙәр” тип лозунг ҡысҡырыусылар ҙа табыла. Имештәр барлар өсөн түгел, ә дөрөҫөн асыҡлар өсөн бөгөн студиябыҙға Һалым органы хеҙмәткәрен саҡырҙыҡ. Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы 30-сы һанлы инспекция етәксеһе Гөлсөм Мортазина.
Өфө уттары - 11.07.2025
Өфө уттары" тапшырыуы көн һайын, дүшәмбенән йомаға тиклем, 20 сәғәт 10 минутта эфирға сыға.