Тормошто йыр-моңһоҙ күҙ алдына килтереүе мөмкин булмағандай, күңел дә һәр саҡ моңға тартыла. Һуңғы йылдарҙа балаларҙың да музыка менән етди шөғөлләнеп, ошо өлкәлә ниндәйҙер ыңғай, ә кемдер юғары һөҙөмтәләргә ирешеүе – ҡыуаныслы күренеш. "БАТР" үҫмер егеттәрҙән торған музыкаль төркөм дә быға асыҡ дәлил.
"Дарман" проекты нигеҙендә барлыҡҡа килгән был квартет популяр музыкаль стилдәрҙә ижад итә. Егеттәрҙең тәүге ижади емештәре лә бар, хәҙер иһә видеоклип төшөрөү өҫтөндә эшләйҙәр. Әлеге ваҡытта үҫмерҙәр фотосессиялар үтә, хореограф менән шөғөлләнә, сығыш яһар өсөн костюмдар тектерә һәм әлбиттә, йырлау өҫталығы өҫтөндә эш итә, репетициялар үткәрә. Башҡорт мәҙәниәтендә барлыҡҡа килгән һәм киләсәктә беҙҙе яҡтыртыр һәм сәхнәлә балҡырлыҡ төркөмдөң етәксеһе, администраторы Гөлназ Мирхәйҙәрова менән 12 август кисе, "Өфө уттары" тапшырыуының шишәмбе сығарылышында осрашып әңгәмәләштек. Алып барыусылар Айгөл Хисамова менән Булат Сарбаев булды. Әңгәмәнең яҙмаһын һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ.