Киләсәк көнөбөҙҙөң яҡты йәки ҡараңғы булыуы үҫеп килгән быуындан тора. "Нимә сәсһәң – шуны урырһың", тигән әйтем дә бар халыҡта. Үҫмерҙәр – ул беҙҙең инвестиция. Тура һәм күсмә мәғәнәлә. Егет һәм ҡыҙҙарыбыҙҙы яҡшы тәрбиәләп, уларҙы үҙ аллы, бәхетле һәм уңышлы тормошҡа сығарыу – ата-әсәләрҙең оло бурысы. Балаларыбыҙҙы беҙ илебеҙ өсөн кәрәкле граждандар итеп тәрбиәләргә, уларҙы Ватаныбыҙ йөҙө булырлыҡ грамоталы, төплө, бай аҡыллы, батыр йөрәкле, киң күңелле итеп үҫтерергә тейешбеҙ.
Ошо эште нисек һөҙөмтәле һәм уңышлы башҡарырға? Был мәсьәлә менән профессиональ шөғөлләнеүсе белгестәр ниндәй фекерҙә? Үҫмерҙәрҙе тәрбиәләү хаҡында беҙ 18-се август кисендә Өфө калаһының "Айым" этно-лагеры тәрбиәсеһе, "Мираҫ" йыр һәм бейеү ансамбленең хор артисы Сәлимә Юлдашбаева һәм республика инженер лицей-интернатынын балалар йәмәғәт берекмәләре менән эш итеү һәм тәрбиә биреү буйынса директор кәңәшсеһе, тәрбиәсе, Башкортостан Республикаһының мәғариф отличнигы Гүзәл Фазылова менән әңгәмәләштек.







