Проект:

Өфө уттары

Өфө уттары - 20.08.2025 Танылған композитор Нур Дауытов менән осрашыу

"Өфө уттары" тапшырыуы көн һайын, дүшәмбенән йомаға тиклем, 20 сәғәт 10 минутта эфирға сыға.
  • Өфө уттары - 20.08.2025 Танылған композитор Нур Дауытов менән осрашыу

22-се авугстан 27-нә тиклем Башҡортостанда федераль кимәлдәге сара — Армия мәҙәниәте көндәре үтәсәк. Фестиваль сиктәрендә республика буйынса 300-ҙән ашыу сара планға ингән.

Төп сараларҙың береһе — «Батырҙар ваҡыты» Бөтә Рәсәй асыҡ йыр конкурсы йыр конкурсы. Ил күләмендә 4-сегә уҙғарылған фестиваль Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы, Башҡортостанда иғлан ителгән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, уларҙың ғаиләләренә ярҙам йылы сиктәрендә ойошторола.

Студиябыҙ ҡунағы – композитор, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ғәлимов Сәләм исемендәге премия һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың халыҡ артисы Нур Дауытов.