Проект:

Өфө уттары

Өфө уттары - 26.08.2025 Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Иҙел Нурғәлин менән дәртле кис!

"Өфө уттары" тапшырыуы көн һайын, дүшәмбенән йомаға тиклем, 20 сәғәт 10 минутта эфирға сыға.
  • Өфө уттары - 26.08.2025 Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Иҙел Нурғәлин менән дәртле кис!

"Беҙ ауылдың шәп егеттәре", тип ярым шаярып, ярым маҡтанып, дәртләнеп йырлаған популяр йырсы Иҙел Нурғәлин тормошта ла дәрт-дарманы ташып торған йәш кеше. Өҫтәүенә, ул бик һәләтле, эшһөйәр һәм үҙенә талапсан артист, иғтибарлы һәм хәстәрлекле тормош иптәше, атай. Ысын ир-егет шулай булырға тейештер. Ул өйөн һәм хужалығын да ҡарап өлгөрә, ул да үҫтерә, ағасын да ултырта... Һәм әлбиттә, әлеге заман талабына ярашлы, уңышлы карьера ла яһай.

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, популяр йырсы Иҙел Нурғәлиндың исеме сәхнәләрҙән һәм зәңгәр экрандарҙан, радио һәм интернеттан йыш ҡына ишетелә. Ниндәй кеше ул тормошта? Ниндәй девиз менән йәшәй? Уңышты үҙенә яҡынайтыр өсөн ниндәй эш алымдарын ҡуллана? Әле ниндәй йырҙар ижад итә? Ошо һәм башҡа бик күп һорауҙарға ул "Өфө уттары" тапшырыуының 26-сы август сығарылышында, алып барыусылар Айгөл Хисамова һәм Булат Сарбаевҡа яуап бирҙе. Эфир яҙмаһын һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ.