Проект:

Өфө уттары

Өфө уттары - 16.09.2025 "Башҡортостан ҡыҙы" тормош һулышын тойоп йәшәй

"Өфө уттары" тапшырыуы көн һайын, дүшәмбенән йомаға тиклем, 20 сәғәт 10 минутта эфирға сыға.
  • Өфө уттары - 16.09.2025 "Башҡортостан ҡыҙы" тормош һулышын тойоп йәшәй

"Башҡортостан ҡыҙы". Ошо һүҙҙәр республика тормошо һулышын тойған, гәзит-журналдарҙы уҡып барған рухлы замандаштар өсөн республика ҡатын-ҡыҙҙарына тәғәйенләп нәшер ителгән матбуғат баҫмаһы атамаһы менән бәйлелер.

Республикабыҙ өсөн "Башҡортостан ҡыҙы" журналы – ул матбуғаттың бер бите лә, ғорур исеме лә, данлы һәм эшһөйәр кешеләре лә.

16-сы сентябрь кисендә "Өфө уттары" тапшырыуында беҙ тыуған республикабыҙҙың ошо данлыҡлы матбуғат баҫмаһы – "Башҡортостан ҡыҙы" журналы эшмәкәрлеге тураһында һөйләштек. Гүзәл зат һәм уның ғаиләһе өсөн сығарылған сағыу һәм йөкмәткеле баҫма баш мөхәррир вазифаһына билдәле яҙыусы, журналист Миләүшә Ҡаһарманованың килеүе менән тағы ла йәмлерәк төҫ алды. Яңы рубрикалар, тәрән мәғәнәле мәҡәләләр, көнүҙәк мәсьәләләргә арналған психолог, юрист кәңәштәре, дин әһелдәре нәсихәттәре – барыһы ла журналдың йөкмәткеһен байыта, яҙылыусыларҙың һанын арттыра. Журнал редакцияһы эше тураһында баш мөхәррир урынбаҫары Регина Камалова ентекле һөйләне. Әңгәмә яҙмаһын һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ.