Тормош күргән, бай тәжрибәле, күңеле матур кеше менән аралашыу – үҙе бер ғүмер. Тап шундай шәхестәрҙән Миләүшә Ҡыҙрасова. Ул "Тамаша" журналының әүҙем авторы ла, шағирә лә, "Ауаз" фольклор ансамбленең солисы ла, оҫта тегенсе лә, бөтә донъя интернет селтәренең "Бәләнештә" сайтында блогер ҙа һәм тынғыһыҙ сәйәхәтсе лә. Ниндәй генә теманы алһаң да, Миләүшә ханым менән аралашыуы рәхәт тә, ихлас та.
"Тап ихласлыҡ миңә донъяла йәшәргә, дөрөҫ, уйлап эшләнелгән аҙымдар яһарға ярҙам итә", — ти беҙҙең ҡунағыбыҙ. Әгәр ҙә Аллаһы тәғәләгә лә ихлас өндәшеп, ярҙам һораһаң, теләгең тормошҡа аша, тип тә өҫтәй ул. Беҙ Миләүшә Ҡыҙрасова менән сәйәхәт итеү хаҡында әңгәмәләшербеҙ, тип ниәтләнгәйнек. Сөнки бит уның интернет битләүендә тап сәфәр темаһы шул хәтлем ентекле һәм тасуири асыла! Ә осрашҡас, — һөйләшеү барыһы тураһында ла килеп сыҡты. Ә иң мөһиме — ҡыҙыҡлы ла, фәһемле лә, ихлас та булды. Тапшырыу яҙмаһын һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ. 14-се октябрь кисендә "Өфө уттары" сығарылышында журналист, ижадсы, халыҡсан артист, оҫта тегенсе, сәйәхәтсе Миләүшә Ҡыҙрасова менән алып барыусы Айгөл Хис әңгәмәләште.







