Проект:

Өфө уттары

Өфө уттары - 29.10.2025 Стәрлетамаҡ ижадсылары театр сәхнәһен балҡыта

"Өфө уттары" тапшырыуы көн һайын, дүшәмбенән йомаға тиклем, 20 сәғәт 10 минутта эфирға сыға.
  • Өфө уттары - 29.10.2025 Стәрлетамаҡ ижадсылары театр сәхнәһен балҡыта

Стәрлетемаҡ театр-концерт берләшмәһенең Илшат Йомағолов исемендәге башҡорт дәүләт театры коллективы 35-се юбилей миҙгелен ҡаршыларға әҙерләнә. Быйыл театр бинаһында айырыуса тәрән йөкмәткеле спектаклдәр, сағыу тамашалар көтөлә. Хәйер, йылдағыса, Илшат Йомағолов исемендәге Стәрлетамаҡ драма театры тамашасылар рухи йылылыҡ менән ҡаршылай. Был юбилей миҙлегендә – бигерәк тә. Сәхнәлә комедиялар ҙа, күңелде өҙгөс трагедиялар ҙа, һуғыш осорон сағылдырған драмалар ҙа буласаҡ.

Ошо хаҡта "Өфө уттары" тапшырыуының сираттағы сығарылышында драма театрының әҙәби драматургия бүлеге мөдире Гөлдәр Собханғолова, театр режиссеры, драма акрисаһы Әлфинур Ғәзимова һәм йәш артистка Нәркәс Йосопова һөйләне.