Проект:

Өфө уттары

Өфө уттары - 12.11.2025 БР-ң атҡаҙанған артисы Дамир Тайыпов йәштәр Бабич премияһына дәғүә итә

"Өфө уттары" тапшырыуы көн һайын, дүшәмбенән йомаға тиклем, 20 сәғәт 10 минутта эфирға сыға.
  • Өфө уттары - 12.11.2025 БР-ң атҡаҙанған артисы Дамир Тайыпов йәштәр Бабич премияһына дәғүә итә

Шаршамбы, 12-се ноябрҙә "Өфө уттары" тапшырыуында ҡунаҡта Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Дамир Тайыпов булды. Йырсы Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының әҙәби-музыкаль лекторийында эшләй, бихисап Бөтә Рәсәй һәм Халыҡ-ара конкурс-фестивалдәре еңеүсеһе. Быйыл Дамир Тайыпов Ш.Бабич исемендә республика йәштәр дәүләт премиһына дәғүә итә. Тапшырыуҙа артистың илһам сығанаҡтары, ижади ынтылыштары, киләсәккә маҡсаттары тураһында әңгәмә барҙы.