"Күңелемдән моң урғыла" – тип йырлана бер йырҙа. "Өфө уттары" тапшырыуына ҡунаҡҡа килгән шағирәләрҙең дә күңеленән моң ағыла, йөрәктәрендә йыр тыуа. Аҡ ҡағыҙға юлдар теҙеп, шиғырҙар тыуҙырған ижадсы ҡатын-ҡыҙҙар менән осрашып, уларҙың эшмәкәрлеге, илһамлы хеҙмәте тураһында һөйләштек.
Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап" нәшриәтендә өс автор берлегендә донъя күргән был шиғри йыйынтыҡ тәү ҡараштан уҡ күҙҙең яуын алып тора. Матур һәм сағыу биҙәлеше генә түгел, илһам тулы шиғырҙары менән тулҡынландырған Зөлфирә Ҡарағужинаның "Ямғыр романсы", Айзилә Мортаеваның "Бәхет мәрйене усымда" һәм Айгөл Айытҡолованың "Һағыныу" исемле китап, уның өҫтөндә эшләү, ижади асыштар тураһында һөйләштек.
Әңгәмәгә килгән Айзилә Мортаева һәм Зөлфирә Ҡарағужина шулай уҡ радиотыңлаусыларға үҙҙәренең шиғырҙарын да уҡып ишеттерҙе. Эфирҙа иһә журналист, шағирә Айзилә Рәмил ҡыҙының шиғырҙарына ижад ителгән йырҙарының береһе — "Сирендәр" йыры ла яңғыраны. Тапшырыуҙың яҙмаһын һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ.







