Эх, ҡайҙа һеҙ, 90-сылар, — тип, ҡайһы саҡ күңелде йыуатҡан да, дәртләндергән дә йырҙарҙы һағынып, йырлап алғы килә. Шул мәлдәрҙә элек беҙ яратып тыңлаған, шуларға рәхәтләнеп бейегән йырҙарҙы тулы бер концертта ишетке килә.
"Ант", "Рух" төркөмдәре, Рәсүл Ҡарабулатов, Азат Йыһаншин, Ләйсән Шәрипова, Ранис Алтынбаев, Лилиә Ишемйәрова, Венер Камалов...Ошо һәм башҡа 90-сылар йондоҙҙарын бер сәхнәлә йыйған концертҡа әҙерлек һәм уны ойоштороу серҙәре тураһында беҙ 18-се ноябрҙә кисендә, "Өфө уттары" тапшырыуында сараны ойоштороуслыраның береһе Заһир Ҡотлосурин һәм "йондоҙло" "Ант" төркөмө солисы, автор-башҡарыусы Алмаз Ғафаров менән осрашып һөйләштек.
Тапшырыуҙы Айгөл Хисамова һәм ди-джей Хан — Булат Сарбаев алып барҙы.







