Проект:

Өфө уттары

Өфө уттары - 25.11.2025 "Туҡ-соран" ижади бейеклеккә ынтыла!

"Өфө уттары" тапшырыуы көн һайын, дүшәмбенән йомаға тиклем, 20 сәғәт 10 минутта эфирға сыға.
  • Өфө уттары - 25.11.2025 "Туҡ-соран" ижади бейеклеккә ынтыла!
"Әгәр бөтә күңелем һәм йөрәгем менән музыкаға ғашиҡ булмаһам, ул эш менән шөғөлләнмәҫ тә инем. Башҡорт музыкаһы — минең яҙмыш та, хеҙмәт тә. "- тип билдәләй үҙ эшен Ырымбур егете, бик үҙенсәлекле ҡарашлы музыкант, ҡурайсы, "Туҡ-соран" төркөмөн булдырыусы, уның етәксеһе һәм солисы Илшат Нәҙерғолов.
Һуңғы йылдар эсендә уның төркөмө күп кенә ижади эштәр башҡарған. Шулар араһында беҙҙең батырҙарыбыҙҙы данлаған йырҙар ҙа бар. Халыҡсан йырҙарҙы заманса аранжировкалап, улар үҙ тыңлаусыһын һәм тамашасыһын таба. Ә быйылғы Шәйехзада Бабич исемендәге республика йәштәре премияһы тураһында ишеткәс, үҙ көсөн һынап ҡарарға булған. Илшаттың башҡорт музыкаһын "өйрәнелгән ситлектәрҙән сығарып", халыҡ-ара кимәлгә сығарыу маҡсаты бар. Булған потенциалын ул тулыһынса шул изге һәм ҙур хеҙмәткә арнай. Уңыштар һиңә, Илшат!
Тапшырыуҙың яҙмаһын һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ. Алып барыусыһы — Айгөл Хисамова.