Йыл аҙағына яҡынлаша. Һәр төрлө ерҙә йомғаҡтар яһала, ниндәйҙер һандар барлана, уңыштар билдәләнә. Киләсәккә маҡсаттар аныҡлана.
Шаршамбы, 24-се декабрҙә эфирға сыҡҡан "Өфө уттары" тапшырыуында беҙ үҙебеҙҙең күңел даръябыҙға сумып, шәхси йомғаҡтар яһарға тырыштыҡ, киләсәктә маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу юлдарын барланыҡ.
Студиябыҙ ҡунағы – психолог Гөлнәзирә Йәнтурина.







