2025-се йылды һәр кем ниндәйҙер уйҙар, һығымталар, һөҙөмтәләр менән оҙата. Республикабыҙҙың билдәле музыканттарының береһе – күптәрҙең яратҡан артисы Раил Өмөтбаев та быйылғы йылды яҡты уйҙар, уңыштар, маҡсатлы эштәр менән оҙата. Ул ғына ла түгел, яңы 2026 йыл башланыуға Башҡортостандың атҡаҙанған артисы ныҡлы әҙерләнә. Ун ике айҙың тәүгеһендә баш ҡалабыҙҙың дәүләт концерт залында уның шәхси концерты көтөлә. "Алға барам" исемле ҙур тамашаһына ул үҙенең ижадын яратыусыларҙы илһамланып саҡыра, мөғжизәле музыка һәм ижад донъяһына әйҙәй. Раил Өмөтбаевтың йыллыҡ эш һөҙөмтәләре, 2026 йылға әҙерлек һәм ғаилә, балалар, өй йылыһы темаларына беҙ "Өфө уттары" тапшырыуының 30 декабрь кисендә аралаштыҡ. Тапшырыуҙың яҙмаһын һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ.
Өфө уттары - 30.12.2025 Популяр йырсы Рәил Өмөтбаев менән йәнле кис
"Өфө уттары" тапшырыуы көн һайын, дүшәмбенән йомаға тиклем, 20 сәғәт 10 минутта эфирға сыға.







