Һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙа байтаҡ мәҙәни өлкәләрҙә башҡорт милли стиле, этник йүнәлеш киң таралыу ала бара. Сәнғәттә лә, мәҙәниәттә лә этник стиль ныҡлы үҫешә. Ошо йүнәлештә ниндәй яңылыҡтар бар? Милли һыҙаттарҙы үҙ эшендә оҫта ҡулланған таланттарҙың береһе – дизайнер Арыҫлан Бикбаев.
Башҡорт рухы менән янған, халҡы өсөн хеҙмәт иткән, этника стилендә ең һыҙғанып эшләгән ныҡышмалы егеттәренең береһе менән "Өфө уттары" тапшырыуында 13-сө ғинуар кисендә осраштыҡ.
Эфирҙың яҙмаһын һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ. Әңгәмәне Айгөл Хисамова алып барҙы.







