Проект:

Өфө уттары

Өфө уттары - 29.01.2026 Гөмбә ауылы республика конкурсында ҡатнаша

"Өфө уттары" тапшырыуы көн һайын, дүшәмбенән йомаға тиклем, 20 сәғәт 10 минутта эфирға сыға.
  • Өфө уттары - 29.01.2026 Гөмбә ауылы республика конкурсында ҡатнаша

Гөмбә — боронғо башҡорт ауылы. Ул Асҡын районында, иҫ киткес тәбиғәт ҡосағында, Төй йылғаһы буйында урынлашҡан. Был ауылда ни бары 90 кеше йәшәй. Берҙәмлектәре һәм күркәм эштәре уларҙы республикала һәм унан алыҫта күптән танытҡан.

Быйыл Гөмбә ауылы "Айыҡ ауыл" республика конкурсында Асҡын районы данын яҡлаясаҡ.

"Өфө уттары" тапшырыуын райондың мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте буйынса идаралыҡ етәксеһе, проект кураторы Гөлзифа Мөхәмәтдинова, Ҡашҡа ауылы биләмәһе башлығы Ринат Ғәләүетдинов һәм Гөмбә ауылынан Фәниә Сабирова балҡытты.