Проект:

Өфө уттары

Өфө уттары - 20.01.2026 Стәрлеләр – баш ҡалала!

"Өфө уттары" тапшырыуы көн һайын, дүшәмбенән йомаға тиклем, 20 сәғәт 10 минутта эфирға сыға.
  • Өфө уттары - 20.01.2026 Стәрлеләр – баш ҡалала!

2025-се йылды Илшат Йомағолов исемендәге театры етди ҡаҙаныштар менән оҙатҡан. Улар араһында туған сәхнәлә үткән уңышлы премьераларҙы, тамаша-спекталдәрҙе генә түгел, сит яҡтарҙа, — мәҫәлән, Дағыстан ерендә, Ҡабарҙы-Балҡар республикаһында гөрләп үткәндәрен билдәләү мотлаҡ. Быйылға ла театр коллективы ҙур маҡсаттар, ниәттәр ҡора. Сәхнә ижадсыһы өсөн гастролдәр менән сығыш яһау — хеҙмәтендә ҙур мәғәнәгә эйә.

2026-се йылға ла стәрлеләр гастролле спектаклдәрен яратҡан тамашасыһына байтаҡ ҡына әҙерләгән. Мәҫәлән, 27 ғинуарҙа ғына республиканың баш ҡалаһына, иң абруйлы театрҙарҙың береһе – Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә "Мөхәббәт һәм күгәрсендәр" пьесаһын ҡуя.

Был хаҡта 20-се ғинуарҙа "Өфө уттары" тапшырыуында беҙ Владимир Гуркин әҫәре буйынса сәхнәләштерелгән спектакль һәм әлбиттә, театрҙың эшмәкәрлеге хаҡында әңгәмә ҡорҙоҡ. Стәрлетамаҡтан махсус килгән ҡунаҡтар – "Мөхәббәт һәм күгәрсендәр" пьесаһында төп рольде башҡарыусы Надя – Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Ләйсән Кәримова һәм Вася ролендә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәсил Сынбулатов һорауҙарға яуап бирҙе, ихлас әңгәмәләште.

Тапшырыуҙың яҙмаһын һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ.