Шаршамбы, 4-се февралдә, "Өфө уттары" тапшырыуында билдәле шағирә, республиканың Ш.Бабич исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Гөлназ Ҡотоева ҡатнашты. Ул үҙенең "Йәйғорло йәм" тип аталған йыйынтығы менән таныштырҙы. Шулай уҡ ҡәләм оҫтаһының илһам сығанаҡтары, ваҡытлы матбуғатта сыҡҡан мәҡәләләре тураһында һөйләштек.
Өфө уттары - 04.02.2026 Йәйғорло йәм. Шағирә Гөлназ Ҡотоева менән осрашыу
"Өфө уттары" тапшырыуы көн һайын, дүшәмбенән йомаға тиклем, 20 сәғәт 10 минутта эфирға сыға.







