Проект:

Өфө уттары

Өфө уттары - 10.02.2026 Яҙмышың үҙ ҡулыңдамы?

"Өфө уттары" тапшырыуы көн һайын, дүшәмбенән йомаға тиклем, 20 сәғәт 10 минутта эфирға сыға.
  • Өфө уттары - 10.02.2026 Яҙмышың үҙ ҡулыңдамы?

Реалистар -"Был донъяла бар нәмә үҙебеҙҙән тора, уйлап эшләү бөтәһенә баш”, — тиҙәр. Ысынлап та шулаймы? Беҙ йәшәгән Ер планетаһында кеше өсөн аҡыл ғына өҫтөнләк итәме йә иһә башҡа, беҙ күрмәгән-ишетмәгән, әммә тойолған әйберҙәр һәм төшөнсәләр бармы? Нимә ул интуиция? Алдан күҙаллау? Һиҙеү һәм башҡалар?

Йондоҙнамә фараздарына ҡарамаҫтан, нисек үҙ яҙмышыңды "үҙ ҡулыңа" алырға һәм бер нимәгә ҡарамаҫтан, бәхетле булырға? Бында нимәләр ярҙам итә ала — ихтыяр көсө, дисциплина, ауырлыҡтарға бирешмәү, барыһын тик яҡшыға юрау йәки үҙ-үҙеңә ныҡлы ышаныу?

Ошо һәм башҡа һорауҙарға һөйләшер, серҙәр донъяһына саҡ ҡына ҡараш ташлар өсөн студияға астропсихолог Әлфиә Абдрахманованы саҡырып, ҡыҙыҡлы һәм фәһемле әңгәмә ҡорҙоҡ. Тапшырыуҙың яҙмаһын һеҙҙең иғтибарға ла тәҡдим итәбеҙ.