Проект:

Өфө уттары

Өфө уттары - 11.02.2026 Фәндә ҡатын-ҡыҙ

"Өфө уттары" тапшырыуы көн һайын, дүшәмбенән йомаға тиклем, 20 сәғәт 10 минутта эфирға сыға.
  • Өфө уттары - 11.02.2026 Фәндә ҡатын-ҡыҙ

Бөгөн, йәғни 11 февралдә, фәндә эшләүсе ҡатын-ҡыҙҙар көнө билдәләнә. Был дата, 2016-сы йылдан килә.

Әйткәндәй, беҙҙең гүзәл заттарыбыҙ фәндә бер ҙә һынатмай. Улар йыһанды өйрәнә, археологик асыштар яһай, тел һәм фольклор өлкәһендә эҙләнә.

Студиябыҙ ҡунағы ғилми хеҙмәттәрен кеше сәләмәтлегенә арнай. Альбина Богданова — медицина фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт медицина университеты доценты. Ғалимә кешенең ҡан әйләнеше системаһы ауырыуҙарын тикшерә.