Шаршамбы, 4-се мартта эфирға сыҡҡан "Өфө уттары" тапшырыуында Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Вилдан Әбраров ҡатнашты. Тенор тауышлы популяр йырсы үҙенең ижади үҫеше, уҡытыусылары тураһында һөйләне.
Сәхнә оҫтаһы яратҡан тамашасыларына бүләк әҙерләй — 8-се мартта уның "Мөхәббәт тауышы" тигән шәхсән концерты була. Вилдан Әбраров йыр-моң һөйөүселәрҙе Өфөнөң "Торатау" Конгресс-холында көтә.







