Проект:

Өфө уттары

Өфө уттары - 31.03.2026 "Шаян-лига" – ул күңеллеләр һәм дәртлеләр клубы

Башҡортостандың иң әүҙем хәрәкәтле һәм үткер һүҙле егеттәр ҡайҙа, тип һораһағыҙ, - башҡорт КВН-нында, тип яуапларбыҙ!
  • Өфө уттары - 31.03.2026 "Шаян-лига" – ул күңеллеләр һәм дәртлеләр клубы

Урал Кәримов менән Илһам Ишкининды республика “шаяндары” тап башҡорт КВН-ын асып, ойоштороп, уға нигеҙ һалыусылар, тип белә. Хәҙер иһә улар яратҡан эшмәкәрелеген йәш "ҡулдарға" тапшырып, етәкселәре булып ҡалһалар ҙа, Башҡорт асыҡ КВН лигаһын яҡын күрә, йәштәргә ныҡлы ярҙам итә, улар менән тығыҙ хеҙмәттәшлектә. Апрель айында улар бергәләп "Шаян" лигаһының суперфиналын үткәрәсәк.

Быларҙан тыш, Урал һәм Илһам тағы ла дәүләт гранттарын отоп, шуларҙың өлөшләтә сығымдарынан икенсе йүнәлешле эш алып бара. "Бишбармаҡ-шоу" – тәүге башҡорт подкастының авторҙары һәм алып барыусылары үҙ аудиторияһына интернет киңлегендә башҡорт телендә нисек уңышлы эшләргә мөмкин, тигәнде асыҡ күрһәтә. Геройҙары ла күптәрҙең яратҡан шәхестәре. "Ай-йола" төркөмөнөң солисы һәм продюсеры Ринат Рамазанов, ҡубыҙсы, ҡурайсы һәм шоумен Зәйнетдин, киносценарист һәм режиссер Зөһрә Бураҡаева, "Бүреләр" рок-төркөмөнөң солисы Илшат Абдуллин һәм башҡалар. Артабан да егеттәр етди һәм ҙур маҡсат-идеяларҙы бойомға ашырыу менән яна. Уларға уңыштар ғына теләргә ҡала. Афарин, алға, башҡорт егеттәре!