Бар шундай кешеләр – уларҙы күреү менән аңлайһың, — бына ул, ысын мәғәнәһендә, үҙ эшенә, идеяһына тоғро кеше, — тип. Иҙелгә ҡарата тап шундай уй тыуа. Төҫ-ҡиәфәте, үҙен тотошо, һөйләшеү манераһы менән – ул тулыһынса һайлап алған һөнәренә хеҙмәт итеү генә түгел, уны тормош мәғәнәһе, булмышы тип тоя.
Йәш талант Әбйәлил районы үҙәге – Асҡар ауылы егете. Милли кейем донъяһына, башҡорт халҡының тарихы, йола-традицияларына, этник үҙенсәлектәренә ҡыҙыҡһыныуы ғаиләһенән, олатай-өләсәһенән, оло туғандарынан күскән. Бәләкәйҙән ул бейегән дә, төрлө конкурстарҙа ла ҡатнашҡан. Әммә төп фәндәрҙе лә иңҡар итмәйенсә, Өфөләге уҡыу йорттарының береһендә техника йүнәлеше буйынса белем алған. Әммә башҡорт милли кейеме матурлығы барыбер үҙенә тартып алып, яҙмыш ҡушыуы буйынса ла, үҙ тырышлығы менән дә артабан белемен шул яҡтан үҫештерергә мөмкинлектәр асылған.
Иҙел Хәкимов милли кейемдәрҙе реконструкциялау менән һәм әлеге заманса стиль менән синтез яһап, эш итә. Ҡулдары алтын, тиһәк, маҡтау булмаҫ. Ҡашмау, селтәр, ҡалпаҡ, хәситә – башҡа милли кейем элементтары донъяһы уның алдында ҙур киңлектәр аса. Эшләнә торған эштәр, атҡарыласаҡ идеялар бик күп Иҙелдең. Теләге һүнмәһен, күңеленән дәрт китмәһен!
Этнодизайнер Иҙел Хәкимов менән 7 апрель кисендә үткән әңгәмәне һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ. Алып барыусыһы – Айгөл Хисамова.







