Быйыл да, 17 апрель, бөтә Ер шарының башҡорт йәмғиәте ошо тәрән мәғәнәле акцияға ҡушылды. Уны ойоштороп, киң аудиторияға еткереүсе, идея авторы һәм мотиваторы – билдәле журналист һәм яҙыусы, "Ватандаш" журналының баш мөхәррире Рәшиҙә Мәһәҙиева.
Башҡортса диктант акцияһы хәҙер инде халыҡ-ара статусына эйә. Рәшиҙә Рәфҡәт ҡыҙы менән "Өфө уттары" тапшырыуының 21 апрель эфирында сараның тарихы, әлеге көндә нисек үтеүе, акцияның башҡорттар өсөн ни тиклем мөһим һәм етди мәғәнәгә эйә булыуы хаҡында һөйләштек. Шулай уҡ, билдәле журналист һәм яҙыусының нәшер ителгән оло күләмле "Әйтер һүҙем етһен кешеләргә" исемле йыйынтығы хаҡында ла һүҙ йөрөттөк. Унда ингән әҫәрҙәр, күҙәтеүҙәр, сәйәхәтнамәләрҙән көндәлектәр – барыһы ла иғтибарға лайыҡ.
Әңгәмә яҙмаһын һеҙҙең иғтибарға ла тәҡдим итәбеҙ.







