Проект:

Өфө уттары

Өфө уттары - 26.05.2026 Хәйбулла баһадиры

"Өфө уттары" тапшырыуы көн һайын, дүшәмбенән йомаға тиклем, 20 сәғәт 10 минутта эфирға сыға.
  • Өфө уттары - 26.05.2026 Хәйбулла баһадиры

Республикабыҙҙың рухлы, эшһөйәр егеттәренең береһе – Хәйбулла баһадиры Тимур Аҡназаров. Эстрадаға килгәс, үҙенә ул Хан тигән ижади исем алған. Рэп жанрындағы башҡорт башҡарыусылары араһында ул ысынында, айырылып тора төҫлө. Батыр, тип әйтке килә уның тураһында. Уның "Хәрәкәт" , "Ырыу" исемле йырҙарында үҙ ереңә һөйөү, тоғролоҡ, милләтең менән ғорурланыу тойғолары ярылып ята.

"Минең йырҙарым һәм видеоклиптарым өҫтөндә тулы бер команда эшләй. Мин күберәк идея авторы һәм уны бойомға ашырыусы", — тип яратҡан шөғөлө хаҡында фекерҙәре менән уртаҡлаша Тимур Хан.

Шулай ҙа, Тимур Аҡназаров үҙен сәхнә кешеһе тип күрмәй, беренсе сиратта уның тормошонда — эшҡыуарлыҡ эше. Үҙ аллылыҡта инеү менән үк ул ғаиләһенә финанс ярҙам йөҙөнән аҡса эшләй башлай. Артабан, аҙ-аҙлап, ышаныслы аҙымдар менән атлай-атлай, әлеге көндә үҙенең бизнесы булған эшһөйәр ир уҙаманы ул. Рәсәй эшҡыуарҙары көнө уңайынан ойошторолған "Өфө уттары" тапшырыуының шишәмбе эфирында беҙ Тимурҙың башҡорт эстрадаһына нисек килеүе, ижады, эшмәкәрлеге тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ.

Уңышлы эшҡыуар, стилле рэп-башҡарыусы, рухлы башҡорт егете Тимур Хан менән Айгөл Хисамова менән ди-джей Хан – Булат Сарбаев аралашты.