Сығышы менән Әбйәлил районынан булған шағирә, уҡытыусы Сулпан Миңлебаева майҙа күркәм юбилейын – 65 йәшен билдәләне. 5 шиғри йыйынтыҡ авторы, Баязит Бикбай исемендәге әҙәби премия лауреаты Сулпан Рәжәп ҡыҙы башҡорт шиғриәтендә мәктәп йылдарынан булһа, уҡытыусылыҡ һөнәрендә – 40 йылға яҡын.
"Уҡытыусы булып тыуыр кәрәктер, балаларҙы бөтә күңелең, аң-зиһен менән яратмайынса, уларға белем биреү мөмкин түгел", — ти ул.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәренән күп йылдар өйрәткән Сулпан Миңлебаева яратҡан шөғөлө — ижад итеүҙән дә өҙөлмәй. Хәйер, шиғриәт уның өсөн шөғөл түгел, йәшәү һәм тормошҡа айырыуса мәғәнә йөрөткән йәшәйеш ул. Яҙмыш һынауҙарына бирешмәү, бер нимәгә ҡарамаҫтан, тормошто яратыу – Сулпан Миңлебаеваның ғүмер маяғы. Яҙмышына төшкән әсе елдәргә ҡаршы тора белеү, әсәлек бурысы һәм әлбиттә, ижад, уҡытыусылыҡ темаларына беҙ Сулпан Рәжәп ҡыҙы менән “Өфө уттары” программаһының 2 июнь сығарылышында







