Йәйен тәбиғәт үҙенә саҡырып ҡына тора. Мәҫәлән, Һауа торшо әлегә һыу буйында ҡыҙынырға әллә ни форсат бирмәһә лә, барыбер ҙә йылға-күлдәр янында ял итеүселәр бар. Күңелеһеҙ статистик ла теркәлән — йыл башынан Башҡортостан йылға-күлдәрендә 17 кеше, шул иҫәптән дүрт бала батып үлгән. Республика башлығы был хәлгә ҡарата борсолоу белдереп, кешеләрҙе тик хәүефһеҙ, яҡшы йыһазландырылған пляждарҙа ял итергә өндәп яҙҙы.
Бөгөн беҙҙең студияла — Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы матбуғат хеҙмәткәре Ленария Ямалетдинова.







