Республика халыҡ ижады үҙәгенең «Урал» этноүҙәге «Ҡорама туй» XV Республика халыҡ-ара ҡорама тегеү фестивале-конкурсы күргәҙмәһенә саҡыра.
2 ноябрҙән 20 ноябргә тиклем Рәсәйҙең төрлө төбәктәре оҫталары ижады менән танышырға мөмкин буласаҡ.
"Өфө уттары" тапшырыуы ҡунаҡтары — Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының этнология бүлеге белгесе Розалия Баязитова һәм «Урал» этноүҙәге методисы Ҡояш Хисаметдинова.







