Онлайн хәбәрсе

Онлайн хәбәрсе | ГТРК «Башкортостан»

Федераль каналда сыҡҡан «Мобиль хәбәрсе» программаһы башҡорт телендә донъя күрҙе.

«Онлайн хәбәрсе» нең алып барыусыһы Ғәзиз Лоҡманов, ә бына уның авторы булып һәр кем сығыш яһай ала.Тәбиғәт мөғжизәләре, юл-транспорт ваҡиғалары, йорт хайуандарының ҡыҙыҡтары, йә, булмаһа, күптән хәл ителмәгән проблема. Репортаж темалары төрлө, бер генә шарт – видеоны яҙҙырғанда телефонды горизонталь тоторға һәм яҙманы беҙгә ебәрергә.

«Онлайн хәбәрсе» кесаҙна «Хәйерле иртә, республика» тапшырыуында һәм «Башҡортостан24» телеканалында эфирға сыға. Ҡыҙыҡлы видеоларығыҙҙы күберәк кеше күрһен тиһәгеҙ, ватсапҡа 8-937-85-81-700 телефонына ебәрегеҙ.

Электрон адрес onrep@gtrk.tv